«Өфө уттары» тапшырыуында билдәле офтальмолог, ғалим Марат Аҙнабаев менән осрашыу көтөлә
Бөгөн, 14 мартта, Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуы билдәле табип династияларына арналған яңы китап менән таныштыра.
Студия ҡунағы - академик, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, РФ-ң атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Аҙнабаев.
- Ғалимды ошо өлкәгә килтергән һуҡмаҡ ниҙән башланған?
- Башҡортостан офтальмологтарының уңыш серҙәре нимәлә?
- Офтальмология фәненең бөгөнгөһө ниндәй?
Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33
Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41